Туйыбыҙҙа улыбыҙ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


* * *



Туй фотобыҙҙы күрҙе лә
Улым бер саҡ һораны:
- Ә мин ҡайҙа инем, әсәй,
Мин һуң ҡайҙа торамын?
Бәләкәсем, был ваҡытта
Һин беҙҙең уйҙа инең,
Беҙ һулаған һауала ла,
Беҙ эскән һыуҙа инең.
Урал таштарында инең,
Яҡты йондоҙҙа инең,
Көҙгөләй Иҙелдә ятҡан
Саф гәлсәр боҙҙа инең.
Нәҫел ағасын емләгән
Дымлы тупраҡта инең,
Тәүатабыҙ, Тәүинәбеҙ
Яралған саҡта инең.
Беҙҙең ҡосаҡта инең...


2014